Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Октября 2020, 12:02

«Ел йыры» тип исемләнгән ҡыҫҡа метражлы фильмдың премьераһы үтте

Илебеҙҙә тормошҡа ашырылған «Рәсәй мәктәптәрендә кинодәрестәр» проекты сиктәрендә төшөрөлгән картинаны кисә ата-әсәләр, мәғариф бүлектәре, район хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡараны.


2016 йылдан алып федераль проект сиктәрендә 30 фильм төшөрөлгән, шул иҫәптән "Ел йыры" ла. Фильмдың презентацияһы 26 сентябрҙә "Родина" кинотеатрында булғайны.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас