Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Октябрь 2020, 18:20

«Зенит» икенсегә еңелде

Футбол буйынса Рәсәй Премьер-лига беренселегенең сираттағы турында чемпионат лидеры – «Зенит» футболсылары үҙ майҙанында «Рубин» командаһына 2:1 иҫәбенә еңелеп, мәрәй юғалтты.

Слуцкийҙың тәрбиәләнеүселәре Питер уйынсыларын йәнә урынына ултыртты. Сөнки улар 2018 йылдан алып үҙ майҙанында отолғаны булмай. Һәм шул ваҡытта ла улар Татарстан клубына шул уҡ иҫәпкә отола.
Ғөмүмән, Семактың командаһы һуңғы арала үҙенә ныҡ ышана башланы. Улар шул уҡ Чемпиондар лигаһында ла үҙҙәренә ышаныс белдереп, уйламағанда Бельгияның «Брюгге» клубына бирелде. Хәҙер беренселектең икенсе баҫҡысында урынлашҡан «Спартак» футболсыларына юғарыға күтәрелер өсөн бар уңайлыҡтар ҙа асылды. Тик унда күтәрелер өсөн уларға бөгөн «Краснодар»ҙы мотлаҡ еңергә кәрәк.
Иртәгә «Өфө» командаһы Грозныйҙа урындағы «Әхмәт» клубы менән уйнаясаҡ.
Читайте нас