Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Октябрь 2020, 13:18

Сибайҙа битлектәр етештерә башланылар

Сибай ҡалаһында бер тапҡыр ҡулланыла торған битлектәр етештереү яйға һалынды.

6.2 млн һумлыҡ проектты урындағы эшҡыуар Роман Зәйҙуллин башлап ебәрҙе. Ул үҙ аҡсаһына сеймал менән етештереү линияһын һатып алды.
Был ябай, әммә бик кәрәкле гигиена әйберҙәренең мөһимлеген аңлаған эшҡыуар хаҡлы ялдағылар өсөн мәрхәмәтлелек акцияһы ойошторҙо.
«Хәүеф төркөмөндә булған ололарға ярҙам итергә кәрәк, – ти Роман Зәйҙуллин. – Беҙ әле башланыҡ ҡына, ике меңләп битлек тараттыҡ. Беҙҙең ҡалала ололар күп, уларға файҙабыҙ тейер, тип ышанам».
Сибай Хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, стартап “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам күрһәтеү” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырылған. Уның сиктәрендә алты эш урыны булдырылған.
Фото:Т.Аманов.
Читайте нас