— Өфө хакимиәте башлығының хәле уртаса. Табиптар әйтеүенсә, мэр ике аҙна тирәһе дауаланасаҡ, һуңынан эшкә кире ҡайтасаҡ, — тине матбуғат хеҙмәте етәксеһе Марсель Байдәүләтов.
Шулай уҡ хәбәр итеүҙәренсә, Өлфәт Мостафиндың хәле хаҡында башҡа мәғлүмәт таратылмаясаҡ, сөнки һәр кем был хоҡуҡҡа эйә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 26 сентябрҙә баш ҡала хакимиәте етәксеһе Өлфәт Мостафин коронавирус йоҡторған кеше менән аралашҡандан һуң, «больничный»ға китте.