Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Октябрь 2020, 12:27

Өфөлә хәбәрһеҙ юғалған 17 йәшлек Евгения Матвееваны эҙләйҙәр

Өйҙә уны кескәй улы көтә.

22 октябрҙә ҡыҙ өйҙән сыға һәм әйләнеп ҡайтмай. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ул кибеткә киткән еренән ғәйеп булған. Телефоны һүнгән, бәйләнешкә сыҡмай. Уны эҙләгән туғандары ошо мәғлүмәт менән уртаҡлашты.
Ике туған апаһы Евгения ошолай тип һөйләгән: «Ул берәй ҡайҙа барһа, һәр ваҡыт әсәһенә шылтырата ине. Ә хәҙер юҡ. Өйҙә уны кескәй улы көтә».
Кейеме: ҡыҙыл төҫтәге пальто, ҡара күлдәк һәм бейек үксәле көҙгө итек.
Уны күреүселәр, ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булыусылар булһа, 8-987-058-89-26 йә 112 телефон һандары буйынса бәйләнешкә сығыуығыҙ һорала.
Фото: Т.Аманов.
Читайте нас