Октябрь аҙағында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һуңғы уҡыуҙа ер менән эш итеүҙең яңы ҡағиҙәләре тураһында закон ҡабул итәсәк. Бик ҡатмарлы ла, шул уҡ ваҡытта һәр кем өсөн кәрәкле лә закон бик күп һорауҙар тыуҙырҙы. Уның буйынса фекер алышыуҙар ойошторолдо, әммә күпселек халыҡ закондың ыңғай яҡтарын аңлап етмәй. Үҙгәрештәрҙең барлыҡ нескәлектәрен асыҡлап, 6 мөһим һорауға яуап әҙерләнек.
Һүҙ ниндәй ер тураһында бара?
Һәр ер бүлеменең үҙ милексеһе бар. Мәҫәлән, барлыҡ урмандар ҙа Рәсәй Федерацияһыныҡы, әгәр һеҙ ҡала янында ер алаһығыҙ икән, был һеҙҙең шәхси хужалыҡ һәм уға бер кемдең дә тейергә хоҡуғы юҡ. Республикала конкрет ҡаланыҡы йә райондыҡы булған ерҙәр була. Республика ерҙәренең өстән бер өлөшөнөң милек хоҡуғы рәсмиләштермәгән. Яңы законда бары тик шул майҙандар тураһында ғына һүҙ бара. Йәғни милек хоҡуғы рәсмиләштерелмәгән һәм улар башлыса дәүләт ҡарамағында булған ерҙәр тураһында.
Ғәмәлдәге закондың ниндәй хаталары бар?
Әлеге ваҡытта милек хоҡуғы рәсмиләштерелмәгән участоктар менән урындағы хакимиәттәр етәкселек итә. Бының ыңғай һәм кире яҡтары бар. Ыңғай яҡтары – урындағы хакимиәт халыҡтың ихтыяждарын яҡшы белә, тораҡ йорттар торған, кешеләр донъя көткән ерҙе, әйтәйек, нефть эшкәртеү өсөн ниндәйҙер ойошмаларға тиҙ арала бирмәйәсәк. Минусы – контролдә тотоп булмаған бюрократия һәм байлыҡ. Тағы ла бер кире яғы, ерҙе рәсмиләштереү ҡағиҙәләре һәр ҡайҙа ла төрлөсә. Бер хакимиәткә ун биш документ йыйырға кәрәк, икенселәренә – егерме, бер районда – бер ай көтөргә кәрәк, икенсе районда – өс. Меңдәрсә кеше йылдар буйы участок ала алмай һәм хатта уларға ниндәй нигеҙҙә кире яуап биреүҙәрен аңлатмайҙар, шул уҡ ваҡытта кемдәрҙер иң яҡшы участоктарҙы ала. Һәм аңлашыла, уларҙың бер нәмәне лә үҙгәрткеләре килмәй.
Яңы закон нәҡ ошо схеманы емерә, барлыҡ насарлыҡтарҙы алып ташлап, яҡшыһын ҡалдыра.
Беренсенән, бөтә республика буйынса берҙәм тәртип булдырыла. Барыһы өсөн дә дөйөм документтар теҙмәһе булдырыласаҡ, артыҡ ҡағыҙҙар талап ителмәйәсәк.
Икенсенән, ҡарар ҡабул итеү ваҡыты ун көнгә тиклем кәмей.
Өсөнсөнән, кеше факторы булмаясаҡ. Барлыҡ документтарҙы ла дөрөҫ тапшырған кеше ерҙе аласаҡ.
Дүртенсенән, барлыҡ бәхәсле ҡарарҙар хакимиәт башлыҡтары менән бергә ҡабул ителәсәк, уларҙың кире яуап биреү хоҡуғы бар. Урындағы етәкселек халыҡтың ихтыяжын һәм проблемаларын яҡшы белә. Шуға күрә кисә генә кешеләр мал көткән, баҡса үҫтергән ерҙә ҡапыл ғына фабрикалар төҙөүҙәре мөмкин түгел.
Ер юллау өсөн Өфөгә барырға кәрәкме?
Юҡ, кәрәкмәй. Документтарҙы өс урында тапшырырға мөмкин.
1. Республика Ер һәм мөлкәт мөнәсәббәттәре министрлығының идаралыҡтарында. Улар барлыҡ ҡала һәм райондарҙа күптән эшләй һәм яңы йөкләмәне ҡабул итергә әҙер.
2. Күп функциялы үҙәктәрҙә.
3. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында. Ер тураһындағы бүлек тиҙҙән эшләй башлаясаҡ. Һәр кем өйҙә сыҡмайынса, ер алыу өсөн ғариза яҙыу мөмкинлегенә эйә. Барлыҡ документтарҙы онлайн ебәрәһегеҙ – ун көндән яуап киләсәк.
Буш участоктар тураһында мәғлүмәтте ҡайҙан алырға мөмкин буласаҡ?
Бөтә мәғлүмәтте бер уңайлы таблицаға туплайҙар, унда һәр кем үҙенә кәрәкле булған районды һайлай һәм ҡайһы участоктың буш икәнен ҡарай аласаҡ. Яҡын арала был исемлекте Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәббәттәре министрлығының рәсми сайтында һәм “Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарлығы һәм инвестициялары” сайтында күрергә мөмкин буласаҡ. Ул килеп сыҡҡас та хәбәр итәсәкбеҙ, һылтанмалары менән уртаҡлашасаҡбыҙ. Исемлек даими рәүештә яңыртыласаҡ.
Законды уҡыһаң, уның бөтә намыҫлы яҡтар өсөн файҙалы булыуын аңлайһың. Халыҡ үҙе өсөн бөтөнләй кәрәк булмаған ирекле бюрократиянан, башбаштаҡлыҡтан, “ҡоҙалыҡтан” ҡотола. Барлыҡ төбәктәр өсөн ғәҙел, ябай һәм асыҡ булған ун көнлөк ер алыу тәртибе тәҡдим ителә.
Республика буш ерҙәрҙе тиҙерәк әйләнешкә индерә – был эшҡыуарлыҡты үҫтереү, һалымдарҙы һәм эш урындарын арттырыу, ә кешеләр өсөн участоктар – меңдәрсә йәш ғаилә өсөн торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү. Участоктарҙы арендаға биреүҙән һәм һатыуҙан алынған аҡса ҡалалар һәм райондар бюджетында ҡала. Республика бер тинен дә алмай.