Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Октябрь 2020, 12:35

Юл фажиғәләре - 22 октябрь

Кисә республика юлдарында 11 автомобиль аварияһы теркәлгән, ике кешенең ғүмере өҙөлгән, 16 кеше яраланған.

Иртән Өфө районында, Һамар-Өфө-Силәбе автоюлының 1470-се саҡрымында, Өфөнән 22 йәшлек егет ВАЗ-2114 машинаһында юл ситендә торған ҡом һипкес "КамАЗ"ға барып бәрелгән.
ВАЗ-дың водителе "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем йән биргән...
Көндөҙ Дүртөйлө районында ҡара-ҡаршы килгән "Kia Rio" менән "Toyota RAV4" машиналары бәрелешкән.
"Kia"ның 60 йәшлек водителе шунда уҡ һәләк булған, пассажиры, 59 йәшлек ҡатын, ауыр хәлдә дауаханаға эләккән.
"Тойота" менән Туймазынан 37 йәшлек ир идара иткән.
Тәүлек эсендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 2200-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәгән, 27 иҫерек водителде тотҡан. Ҡыуып алып кителгән автомобиль эҙләп табылған.
Фото: БР ЮХХДИ.
Читайте нас