Рейд Октябрь проспектында уҙҙы. Автобус, троллейбус һәм маршруткаларҙың пассажирҙары һәм экипажына иғтибар бирелде.
Йомғаҡлап әйтәбеҙ - пассажирҙарҙың күбеһе битлек режимына яуаплы ҡарай. Талаптарҙы үтәмәүселәр ҙә бар - улар менән аңлатыу әңгәмәһе алып барылды. Указға бөтөнләй буйһонмаусыларға административ протоколдар ҙа төҙөлдө, улар судҡа тапшырыласаҡ.
Битлек режимын инҡар итеүсе водитель йәки пассажирға штраф янай. Ул тәү тапҡыр хоҡуҡ боҙоусы граждандарға 1 меңдән 3 мең һумға, яңынан ҡабатланһа 3-5 мең һумға тиклем барып етә. Вазифалы шәхестәргә 5-15 мең һум, 15-30 мең һум, юридик шәхестәргә 50-100 мең һум һәм 100-200 мең һум билдәләнгән.