Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Октябрь 2020, 19:48

Шүлгәнташта 2,6 млн йыл элек йәшәгән хайуандарҙың һөйәктәре табылған

Бынан тыш кремний ҡоралдары кешенең баш һөйәктәре ҡалдыҡтары ла табылған.

Шүлгәнташ мәмерйәһендә археологтар яңы “табыш”ҡа юлыҡҡан. Археология экспедицияһы етәксеһе Вячеслав Котов хәбәр итеүенсә, төп галереяла һәм сталагмит залдарында йөҙгә яҡын хайуан һөйәктәре өлөштәре, шулай уҡ плейстоцен осоронда йәшәгән унға яҡын хайуан һөйәге табылған.
Бынан тыш археологтар палеолит осорона ҡараған кремнийҙан эшләнгән ҡоралдарға һәм Көмбәҙ залында егермеләгән хайуан һөйәген һәм кешенең баш һөйәге ҡалдыҡтарын да тапҡандар.
Археологтар мәмерйәлә етенсе тапҡыр кеше һөйәгенә юлыға. Ун йыл самаһы элек 16-17 йәшлек ҡыҙҙарҙың баш һөйәге табылғайны. Яңы табылған һөйәк тә ҡатын-ҡыҙҙыҡы булыуы ихтимал.
Фото: shulgan-tash.ru
Читайте нас