Стәрле йылғаһының яр буйын матурлауға ярашлы, Стәрлетамаҡ ҡалаһында барлыҡҡа килгән скульптура улар. Малайҙың глобус өҫтөндә ултырыуы белем алыуға, донъяны өйрәнеүгә ынтылышты белдерһә, атын һыу эсерергә төшөргән һыбайлы күптәргә бала сағын хәтерләтер (йылға буйҙарында һыулауға төшөүселәр күп була торғайны).
Ә инде самауыр арт-объекты беҙҙе бик күп хәтирәләргә сумдырыр. Өҫтәүенә, был самауырҙан сынаяҡҡа гел һыу ағып торасаҡ икән. Эскеләр килеп китер инде.
Хәҙер Стәрлетамаҡ халҡы ялын ошо тирәлә үткәрергә ғәҙәтләнер, тип өмөт итәйек.