Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Октябрь 2020, 08:56

"Минең ғаиләм" пансионаты тағы бер ҡартты һәләк итте

16 октябрҙә 81 йәшлек ҡарт пансионаттың икенсе ҡаттағы тәҙрәһе аша ҡасырға йыйынған, әммә ул йығылып төшкән. Пенсионер икенсе көндө дауаханала вафат булған. Был фажиғәле осраҡ буйынса Рәсәй Тәфтиш комитеты идаралығының Өфөнөң Ленин район-ара бүлеге 8 март ауылында урынлашҡан “Минең ғаиләм” пансионатына ҡарата енәйәт эше асты. Учреждение хеҙмәткәрҙәре Енәйәт кодексының 109-сы («Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә дусар итеү») статьяһы буйынса ғәйепләнә.
“Минең ғаиләм” пансионатының бынан алда ла яманаты сығып, интернетта шау-шыу тыуҙырып өлгөрәйне. Унда эшләп киткән бер ҡатын ололар йәшәгән бүлмәләрҙе фото һәм видеоға төшөрөп интернет селтәрҙәренә һалды. Бында яланғас карауаттарҙа йоҡлайҙар, хеҙмәткәткәрҙәр тупаҫ мөғәмәлә итә һәм ҡул күтәрә, ошо хәлде күтәрә алмайынса, эштән киттем, тип яҙғайны ул. Был ваҡиғанан һуң бер нисә ҡарттың вафат булыуы ла билдәле.

Осраҡ буйынса ентекле тикшереүҙәр алып барылды. Өфөнөң Ленин районы прокуроры ҡарттар йортоноң хужаһы Александр Васильевҡа ҡарата «Граждандарҙың ғүмере һәм хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәттәр күрһәтеү арҡаһында кешене үлемгә дусар итеү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Һөҙөмтәлә етәкселек ни бары янғын хәүефһеҙлеген һәм санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәмәү буйынса ғына ғәйепле тип табылды.
Тиҙҙән Өфө районы 8 март ауылындағы пансионатты ябыу буйынса ҡарар сығасаҡ, был эш буйынса прокуратура судҡа мөрәжәғәт иткән. Шулай уҡ ҡарттар йортоноң Зубов ауылында урынлашҡан филиалында ла тикшереү башланған.
Фото: Т.Аманов.
Читайте нас