Полиция хеҙмәткәре йәһәт кенә автомобилен туҡтатып, "аварийка"ны ҡуйып, ут һүндергесен ала ла, утты һүндерә башлай.
Утты һүндергәс, машинаны юлдан ситкә этәйҙәр... "Жигули" хужаһы тулҡынланыуҙан һүҙ ҙә таба алмай, Денистың ҡулын ғына ҡыҫа.
Был ваҡиға тураһында полицияла белмәҫтәр ҙә ине, әгәр ҙә машина хужаһы Денистың етәксеһенә шылтыратып, рәхмәтен белдермәһә, тип яҙа ЭЭМ Нефтекама ҡалаһы буйынса бүлегенән Сөмбөл Вәлиева.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.