Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Октябрь 2020, 07:34

Медицина учреждениеларына – 100 автомобиль

Улар "Ашығыс ярҙам" машиналарына сир менән көрәшергә ярҙам итәсәк.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, сирлеләргә медицина ярҙамын ваҡытында күрһәтеү өсөн дәүләт органдарының машиналары бүленә. Хәҙер табиптарҙы пациенттарҙың өйҙәренә улар йөрөтә башланы.
Шулай уҡ республика Хөкүмәте һәр ойошмаға медицина инспекторҙары тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул итте. Инспекторҙың бурысы – температураны үлсәү, битлектәр таратыу, мөһим осраҡта хеҙмәттәштәрен ҡурсаланыуға ебәреү. Медицина инспекторы итеп ойошманың берәй хеҙмәткәре билдәләнә, уны етәкселек хәл итә. Уларҙан медик дипломы талап ителмәй. Шулай ҙа Башҡорт дәүләт медицина университетының сайтында медицина инспекторҙары өсөн курс ойошторолдо.
Фото: Т.Аманов.
Читайте нас