

Баҡһаң, бишек йырын ниндәй телдә йырлаһаң да, бәпескә берҙәй ыңғай тәьҫир итә. Әсәнең йә атайҙың тауышы бигерәк тә яҡшы, тынысландыра (быны әллә ҡасан уҡ белгәндәр).
Был юлы иһә тәжрибә рәүешендә сабыйҙарға төрлө телдәге бишек йырын тыңлатҡандар. Таныш түгел кеше йырлауында.
Ғалимдарҙың эксперименты шулай барған: балалар ике персонаж ҡатнашҡан анимация ҡараған. Ул персонаждарҙың береһе бишек йырын йырлаһа, икенсеһе ғәҙәти йыр башҡарған. Бәләкәстәрҙең реакцияһын өйрәнеү өсөн ғалимдар шуларға иғтибар иткән: күҙ ҡараһы киңәйеүе, йөрәк ритмы, ЭАК (биоэлектрическая реакция на поверности кожи) торошо, күҙ асып-йомоу йышлығы, ҡараш йүнәлеше. Бишек йыры башҡарылғанда балаларҙың йөрәк тибеше үҙгәргән, күҙ ҡараһы киңәйгән һәм ЭАК торошо һүлпәнәйгән. Был уларға бик оҡшай, тигән һүҙ булған инде.
Тикшеренеүселәр әйтеүенсә, балаларға көйҙөң моңо һәм ритмы мөһим.
Ә һеҙ бишек йыры йырлайһығыҙмы?
Әйткәндәй, Гарвард университеты ғалимдары хәҙер сабыйҙарҙы тынысландырыусы йырҙарҙың өлкәндәргә нисек йоғонто яһауын тикшерергә ниәтләй, ти.
Фото: Автор фотоһы.