Кадрҙар үҙгәреше хаҡында һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин 21 октябрҙә медицина ойошмалары етәкселәре менән кәңәшмәлә хәбәр итте.
Өфө ҡалаһының 2-се стоматология поликлиникаһына баш табип итеп Альфред Аҙнағолов тәғәйенләнде. Ул элек Республика стоматология поликлиникаһының баш табип урынбаҫары булып эшләгәйне.
Баш ҡаланың 10-сы клиник дауаханаһында баш табип вазифаһын хәҙер Нәзир Минғәжев башҡарасаҡ. Быға тиклем ул Республика клиник перинаталь үҙәген етәкләгәйне.
Ә Республика клиник перинаталь үҙәгенең баш табибы вазифаһына “Әсә һәм бала” клиникаһында баш табип урынбаҫары булып эшләгән Светлана Кәримова тәғәйенләнде.