Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Октябрь 2020, 13:17

Юл фажиғәләре - 20 октябрь

Кисә республика юлдарында туғыҙ автомобиль аварияһы теркәлгән, ун кеше йәрәхәтләнгән.

Стәрлетамаҡтың Төҙөүселәр урамында медицина ярҙамы машинаһы велосипедта юл аша сығып барған 10 йәшлек малайҙы төрттөргән. "УАЗ" менән 65 йәшлек ир идара иткән.
Дүртенсе синыф уҡыусыһы дауаханаға эләккән.
Авария буйынса тикшереү бара.
Фото: БР ЮХХДИ.
Читайте нас