Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Октябрь 2020, 10:20

Йәнә ҡайғылы хәбәр...

Өфөлә 64-се йәшендә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһының элекке рәйесе, сәйәсәт фәндәре кандидаты Рәмил Мәжитов баҡыйлыҡҡа күсте.

Рәмил Ғиниәт улы Мәжитов 1957 йылдың 13 апрелендә Үрге Һаҙ ауылында ишле ғаиләлә донъяға килә. 1974 йылда өлгөргәнлек аттестаты алғас, күрше Мәҡсүт ауылының мәҙәниәт һарайы директоры итеп эшкә ҡалдырыла. 1978-1983 йылда Рәмил Ғиниәт улы Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетында белем ала.
Рәмил Мәжитов Новониколаевск һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең директор урынбаҫары, Волостновка урта мәктәбе директоры, Күгәрсен районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдире, мәғариф идаралығы начальнигы вазифаларын башҡара.
2003 йылда Башҡортостан Хөкүмәте аппаратына гуманитар мәсьәләләр һәм милләттәр эштәре бүлегенә баш белгес итеп тәғәйенләнә.
2003-2008 йылдарҙа Күгәрсен районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара. Тәжрибәле етәксе 2008–2010 йылдарҙа Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе булып тағы ла яуаплыраҡ хеҙмәт атҡара.
2010-2018 йылдарҙа Башҡортостан мәғарифын үҫтереү институты ректоры вазифаһын башҡара. 2019 йылдан Өфөнөң иретеп йәбештереү-монтажлау һәм сәнәғәт етештереү колледжына директор итеп тәғәйенләнә.
Рәмил Ғиниәт улы Мәжитов фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләнде, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы исемдәре менән билдәләнде.

"Йәшлек" гәзите мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Читайте нас