Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Октябрь 2020, 20:30

Республикала нисә бала коронавирус менән сирләй?

Балаларҙың нисәһенә COVID-19 диагнозы ҡуйылған – был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр иттеләр.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғлүмәтенә яраҡлы, республикала 615 бала коронавирус менән сирләй. Сирләүселәр араһында төрлө йәштәгеләр бар – бер йәштән алып ун етегә тиклем.
Әйткәндәй, кисә, 19 октябрҙә мәктәп уҡыусылары оҙайтылған каникулдарға сыҡтылар. Улар 5 ноябргә тиклем ял итәсәк. Дистанцион уҡытыу тураһында ҡарар артабанғы хәл-ваҡиғаларға ҡарап ҡабул ителәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы тәүлектә 68 кешелә коронавирус табылды. Пандемия башынан алып барлығы был диагноз республикала 9877 тапҡыр ҡуйылған.
Фото: pixabay.com
Читайте нас