Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, был сара 12:00 14:00 тиклем дауам итәсәк.
“Башҡортостан” ҡунаҡханаһы” “112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы” “Ирәмәл сауҙа үҙәге” туҡталыштарында, “Беренсе май” мәҙәниәт һәм ял паркы Еңеүҙең 50 йыллығы скверы Балалар дауаханыһы (Хәҡиҡәт урамы, 18) “Перекросток” магазины (Магистральная, 2а) “Көнъяҡ” баҙары (Ухтомский урамы, 19) Орджоникидзе исемендәге майҙан Коммунарҙар урамы, 67 адрестары буйынса ла ойоштороласаҡ. Акцияның ойоштороусылары – Өфө ҡалаһын үҫтереү буйынса йәмәғәт фонды, Өфө ҡалаһының йәштәр эштәре буйынса комитеты һәм ҡаланың йәштәргә ярҙам күрһәтеү үҙәге.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика битлек режимы – йәмәғәт урындарында битлек кейеп йөрөү мотлаҡ.