Район-ҡалаларҙың социаль бүлектәрендә 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балалары булғандар, аҙ тәьмин ителгән ғаилә булараҡ ғариза яҙыусыларҙан күп һанлы мөрәжәғәт алған. Уларҙың һәр береһен ҡарау ваҡыт талап итә. Ғаиләнең килеме тураһындағы белешмәне алыу өсөн күп ведомстволарға үтенеснамә ебәрелә. Өҫтәүенә, һеҙҙең кеүек аҙ тәьмин ителгәндәр генә түгел, килеме юғары булғандар ҙа ғариза биргән. Уларҙың документтарын тикшереү ҙә социаль яҡлау бүлеге хеҙмәткәрҙәренең ваҡытын ала. Борсолмағыҙ, пособие тейеш икән, алырһығыҙ. Ғаризалар октябргә тиклем ҡарап бөтөлөргә тейеш.