Милли йәштәр театры Мостафа Сафа улының ижадына тәү тапҡыр 1995 йылда мөрәжәғәт иткән. «Салауат. Өн ҡатыш ете төш» әҫәре буйынса «Салауат» трагедияһы (реж. - А.Нәҙерғолов, рәссам – О.Ғималетдинова, композитор – С.Низаметдинов, балетмейстер – Р.Ғәбитов) ҡуйылғайны. Был әҫәр менән театр ғына абруй ҡаҙанманы, спектаклдә уйнаусы артистар Рәсүл Ҡарабулатов, Рушана Бабич, Азат Йыһаншин һәм Фирҙәт Ғәлиев Шәйехзада Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаттары исемен алды.
2006 йылда Республиканың беренсе Президенты Указы менән театрға Мостай Кәрим исеме бирелде.
Төрлө йылдарҙа сыҡҡан «Ҡыҙ урлау» (реж.Б.Ибраһимов), «Ике хат» (реж. И.Сакаев. «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәре буйынса), «Йәйәүле Мәхмүт» (реж. Р. Хәкимов), «Ташлама утты, Прометей!» (реж. А. Сафиуллин), «Беҙҙең өйҙөң йәме» (реж. М.Күлбаев), “Үлмәҫбай” (реж. Р.Хәкимов) һәм әҙиптең башҡа әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған бар спектаклдәрҙе лә тамашасы яратып ҡабул итте.
Мостай өсөн театр үҙ ғүмере менән йәнәшә барған тормош ине, тиһәк, яңылыш булмаҫ. Республикала бер мәҙәниәт усағы ла уның әҫәренән тыш йәшәмәй. Сөнки Мостафа Сафа улы драмаларында халыҡтың бай тарихын, көнкүреш йолаларын, тел нескәлектәрен, философик тәрәнлеге ысынбарлығын еткереүҙе бурыс итеп алған.
Күпме генә йылдар үтһә лә, Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Мостай мөхите ҡалыр. Ул мөхит бик сағыу һәм йылы, ымһындырғыс һәм етди, иғтибарлы һәм мөҡәддәс, ыҫпай һәм ышаныслы, илтифатлы, эскерһеҙ, ныҡлы... Ә Мостафа Сафа улы Кәримов үҙенең мәңгелек әҫәрҙәре менән аҡыллы тәрбиәсе булып йөрәктәрҙә йәшәр", - тип яҙа театрҙың әҙәбиәт бүлеге хеҙмәткәре Рәзилә Ырыҫҡужина.
Театрҙың "Ютуб"тағы каналы:
https://www.youtube.com/c/%D0%9D%D0%B0%D1%86%D0%B8%D0%BE%D0%BD%D0%B0%D0%BB%D1%8C%D0%BD%D1%8B%D0%B9%D0%9C%D0%BE%D0%BB%D0%BE%D0%B4%D0%B5%D0%B6%D0%BD%D1%8B%D0%B9%D1%82%D0%B5%D0%B0%D1%82%D1%80%D0%B8%D0%BC%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D0%9C%D1%83%D1%81%D1%82%D0%B0%D1%8F%D0%9A%D0%B0%D1%80%D0%B8%D0%BC%D0%B0/featuredФото: Т.Аманов