Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Октябрь 2020, 06:40

Милли проект: Баш ҡала юлдары хәүефһеҙ булһын өсөн күп көс һалына

Бөгөн Өфөлә яңы типтағы светофорҙар ҡуйыу дауам итә. Улар светодиод яҡтыртҡыслы юл билдәләре, хәрәкәт датчиктары, махсус лампалар менән бергә монтажлана.

Яңы уҡыу йылы башланырҙан алда "Өфөгорсвет" эшселәре 17 светофор ҡуйған. Иң тәүҙә улар мәктәптәр янындағы юлдарға беркетелгән.
Мәҫәлән, 39-сы, 86-сы гимназиялар, 10-сы, 25-се, 71-се, 125-се мәктәптәргә яҡын юл участкаларында яңы светофорҙар бар. Бөгөн эштәр баш ҡаланың төньяҡ райондарында дауам итә.
Быйыл Өфөлә юл хәрәкәтен хәүефһеҙ итеү маҡсатынан ҙур эштәр башҡарылған. Билдәләр алмаштырылған, яңыртылған, күп ҡорамал оҙайлы хеҙмәт итеүсе материалдарҙан ҡуйылған. Мәктәп һәм балалар баҡсалары янында 13 меңдән ашыу йәйәүле кәртәләре лә урынлаштырылған.
Беләһегеҙ, "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты буйынса эш күп әле.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас