Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Октябрь 2020, 02:41

Иң матур йырҙар – ҡәҙерлеләр өсөн

Яҡын кешегеҙгә күтәренке кәйеф, яҡты хистәр, күңел иретерлек миҙгелдәр бүләк иткегеҙ киләме? Был йәһәттән «Юлдаш» радиоһы күңел түрендә йөрөткән изге теләктәрҙе, ихлас рәхмәт һүҙҙәрен йыр-бүләккә ҡушып, байрам табындарын йәмләргә ашыға.

«Ҡәҙерле кешемә» музыкаль ҡотлауҙар программаһы көн һайын көндөҙгө сәғәт 2-нән 3-кә тиклем – башҡорт, 4-тән киске сәғәт 6-ға тиклем татар телендә эфирға сыға. Ҡотлау заказдары бер ай алдан ҡабул ителә.
Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары ҡотлауҙы телеүҙәккә килеп тапшыра ала. Хаттар бүлеге эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 5-се яртыға тиклем тә­нәфесһеҙ эшләй.
Район-ҡалаларҙа, күрше өлкәләр­ҙә йәшәүселәр ҡотлау хатын банк бүлексәләре аша, иҫәпкә тейешле сумманы күсереп, электрон почтаға ебәрә ала. Ҡотлау биреү тәртибен һәм реквизиттарҙы “Юлдаш” радио­һының рәсми сайтында һәм радионың “Бәйләнештә” селтә­рен­дәге төр­көмөндә лә ҡарай алаһы­ғыҙ. Бөгөнгө электрон заманда интернет аша ҡотлау биреү тәртибе бик ябай һәм тиҙ. Был ысул изоляция ваҡытында ҡулай һәм уңайлы булыуын тағы ла иҫбатланы.
Заказ биреү өсөн ҡотлаған ке­шегеҙ тураһында мәғлүмәтле хат ебәреү мөһим. Яҡынығыҙҙың ты­уып-үҫкән, йәшәгән ере, эшләгән урыны, ғаилә хәле, яратҡан шөғөлө, шәхси һыҙат­тары хаҡында яҙыуығыҙ һорала. Ҡотлауҙы ниндәй көнгә, ниндәй телдә тапшырыуығыҙҙы ла мотлаҡ күрһә­тергә кәрәк. Элемтә өсөн телефо­ны­ғыҙҙы ла яҙырға онот­мағыҙ. Эфир­ҙа йырҙар ҡа­батланмаһын өсөн, заказ биреүсе кешегә ҡағылған төп талап­тарҙың береһе – йырҙың кәм тигәндә ике ва­риантта булыуы. Беҙҙең рекви­зиттарға үҙегеҙгә уңайлы банк бү­лексәһендә йә онлайн тәртиптә аҡса күсереп, хатты компьютерҙа баҫтырып йә иһә ҡулдан аңлайышлы яҙып, квитанция күсермәһе менән бергә ебәреү мотлаҡ.
Электрон почтаның адресы: radioufa2013@yandex.ru. Ҡотлау хаҡы – 700 һум, диск йәки электрон варианты менән – 750 һум.
Табындарығыҙ түңәрәк, байрам­дарығыҙ мөбәрәк, «Юлдаш» менән бергә булһын!
Фото: Т,Аманов
Читайте нас