Уны Республика стратегик тикшеренеүҙәр институты, «Шәжәрә» тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәге ғалимдары һәм Башҡортостан граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды үткәрҙе. Атап әйткәндә, сарала «Башҡорт ырыуҙары һәм ауылдары картаһы», «Төньяҡ-көнбайыш Башҡортостандың башҡорт ырыуҙары һәм ауылдары картаһы» һәм Балтас районы башҡорттары тарихына арналған «Беҙ – башҡортлар» брошюраһы презентацияланды. Тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов хәбәр итеүенсә, башҡорт халҡының ырыуҙар картаһын төҙөү өсөн 10 йыл ваҡыт сарыф ителгән.
Ҡасандыр Балтас районы биләмәһендә унлар, танып, таҙлар һәм уран ырыуы башҡорттары йәшәгән. Ырыуҙар картаһында был аныҡ күренә һәм уның сиктәре Танып үҙәне буйлап һуҙыла. Бөгөн халыҡҡа еткерелгән дәлилдәр һис кенә лә яңылыҡ түгел, ә ата-бабалар тапшырып ҡалдырған мәғлүмәттәр. Ҡиммәтле факттар карталарҙан, батша заманындағы кенәгәләрҙән һәм 1917 йылғы хужалыҡ иҫәбен алыу документтарында табылған.
«Был сара бик мөһим, сөнки, быға хәтлем Өфөгә барһаҡ, һеҙ башҡорттар түгел, Ҡазанға барһаҡ, һеҙ татарҙар түгел, ти торғайнылар. Һуңғы ваҡытта ошо мәсьәләгә дөрөҫлөк индерелә башланы. Ғалимдар, тарихсылар төньяҡ-көнбайыш диалект бар икәнен танынылар. Бигерәк тә быға Нефтекамскиҙа башланған «Беҙ – башҡортлар» тигән йүнәлеш ярҙам итте. Бөгөн беҙ бик күп мәғлүмәт алдыҡ. Карта бик күп мәсъәләләргә аныҡлыҡ индерә», – тип билдәләне Балтас районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Фирҙәүес Рәхимов.
Саранан Балтастар ҡыуанып таралышты, тиҙҙән үҙ асылына ҡайтыусылар тағы ла күберәк булыр. Сөнки тарихһыҙ киләсәк юҡ, тарих – ул беҙҙең үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ.