Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Октябрь 2020, 19:04

Бейейем, тип... туҡмалып ҡалған

Яңауыл районының Һандуғас ауылында йәшәүсе 47 йәшлек ир үҙенең ҡатынын туҡмаған.

Ир менән ҡатын Яңауылдағы дуҫтарына өй туйларға барған.
Өйҙәге табындан һуң компания кафеға йүнәлгән.
Ғаилә башлығы, беҙгә етте, ҡайтырға ваҡыт, тип урынынан торғас, ҡатыны ҡайтырға теләмәй, бейейем, тип ҡырталашҡан.
Ирешеп киткәндәр ҙә, көслө зат ҡатынын урамға елтерәтеп сығарып, туҡмаған. Шунан һуң такси саҡырып ҡайтып киткән. Ҡатындың да бейерлек рәте ҡалмағас, машина саҡыртҡан.
Өйҙә уның хәле насарайған, табиптарға мөрәжәғәт итергә тура килгән.
Уның иренә ҡарата енәйәт эше асылған, тип яҙа БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәтенән Фәнис Әхмәтов.
Читайте нас