Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Октябрь 2020, 09:05

Башҡортостан ТОП-5 иҫәбендә

Киләһе йылда Президент гранттарын алыу өсөн беренсе конкурсҡа ғаризалар ҡабул итеү тамамланды. Тос ҡына сумма аҡсаға дәғүә итеүселәр араһында беҙҙең республика алдынғылар рәтендә.

Башҡортостан иң күп ғариза биреүсе төбәктәр исемлегендә дүртенсе урында килә. Ә Волга буйы федераль округында - беренсе. Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү өсөн грант алыуға 400 ғариза ебәргәнбеҙ.
Конкурс 13 йүнәлеш буйынса үткән. Республика НКО-лары иң күбе социаль хеҙмәтләндереү, халыҡты яҡлау, сәләмәтлекте һаҡлау, мәҙәниәт һәм сәнғәт, мәғариф өлкәһендәге проекттарын ебәргән.
Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар әүҙемләшә. Быйыл улар социаль әһәмиәтле проекттарын ғәмәлгә ашырыуға барлығы 163 миллион һум аҡса йәлеп иткән. Йәғни, республикаға килтергән. Президент гранттары ысынлап та халыҡ өсөн эшләй.
Киләһе йыл өсөн әлеге тәүге конкурс һөҙөмтәләре 15 ғинуарҙа билдәле буласаҡ. Еңеүсе проекттарҙы финанслау 1 февралдән үк башланасаҡ. Шул уҡ көндә икенсе конкурс иғлан ителәсәк.

Проекттарығыҙ булһа, әҙерләнегеҙ.
Фото: БР Йәмәғәт палатаһының рәсми сайтынан.
Читайте нас