Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Октябрь 2020, 10:05

"Саҡ ҡына ҡарамай торһаң, шундуҡ йорт ҡалҡып сыға..."

Башҡортостан Башлығы "шәм-йорттар" төҙөлөшөн ныҡ контролләргә ҡушты. Әле уның иғтибарын Өфөләге ҙур парк янында һалынған бейек йорттар йәлеп иткән.

Баш ҡаланың М. Ғафури исемендәге паркын уратып тиҙҙән бейек йорттар ҡалҡып сығасаҡ. Йәки уларҙың төҙөлөшө туҡтатыласаҡ. Шулай булыуы ла мөмкин.
Радий Хәбиров был йәһәттән ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе. "Саҡ ҡына ҡарамай торһаң, унда йорт ҡалҡа ла сыға. Паркты бөтөрәһегеҙ бит... Был мәсьәләне тикшерегеҙ", - тине ул Башлыҡ Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Бәшәровҡа.
Ҡасандыр рөхсәтте күпләп биргәндәр ҙә, хәҙер төҙөлөштәрҙе бөгөнгө етәкселеккә тикшерергә тура килә. Ысынлап та, шәм-йорттар (русса "точечные застройки") бик тиҙ ҡалҡып сыға, биләмәләрҙе йүнләп төҙөкләндермәйҙәр ҙә, күрше йорттарҙағы халыҡтың фекере лә күп осраҡта иҫәпкә алынмай.
Мәҫәлән, бер нисә аҙна элек Шота Руставели урамындағы бейек йорт төҙөлөшө туҡтатылды. Эш барышында күрше йорттар зыян күргән. Тәүҙә үк ошо мәсьәләне ныҡлап тикшереп булмай инеме икән?
Әйткәндәй
Республикала Ҡала төҙөлөшө Советы (Градостроительный совет) барлыҡҡа килде. Ул күп ҡатлы йорт төҙөлөшөнә рөхсәт биреү-бирмәү менән дә шөғөлләнәсәк. Совет ултырыштарын БР Башлығы шәхсән үҙе үткәрәсәк.
Фото: Twitter.
Читайте нас