Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Октябрь 2020, 08:20

Радий Хәбиров: Һәр ойошмала медицина инспекторы кәрәк

Республика Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә БР Башлығы Радий Хәбиров һәр ойошмала медицина инспекторы булдырыу кәрәклеген белдерҙе. Был аҙым - эпидемияға ҡаршы тороу өсөн.

Инспекторҙар мәктәптәрҙә эшләгәйне. Тап шул эш сәбәпле, уҡыу йорттарында коронавирус таралыуы һирәк теркәлде. Хәҙер был практиканы артабан да ҡулланыу мөһим. Сөнки хәл-торош етди.
Радий Фәрит улы былай тине:
«Мы проанализировали и решили, что институт мединспекторов имеет право на дальнейшее существование. Смысл в том, чтобы каждое учреждение, каждая организация определила своего ответственного сотрудника. Утром встреча, осмотр состояния, беседы с людьми, проверка санитарного режима, масочного режима, не собираются ли в курилках, и так далее».
Республика Башлығы медуниверситетҡа уҡыу курсы әҙерләргә ҡушты. Әлбиттә, онлайн форматта.
Тәүге һөҙөмтәләр тураһында отчет 22 октябрҙә бирелергә тейеш.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас