Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Октябрь 2020, 20:50

Ишембайҙа 51 йәшлек Андрей Шкитин үле килеш табылды

Ҡайғылы хәбәр...

«Отклик» эҙәрмәндәр отряды хәбәр итә.
26 сентябрҙә Андрей Шкитин йортонан сығып китә һәм хәбәрһеҙ юғала. Бер айға яҡын ваҡыттан һуң ирекмәндәр ирҙең кәүҙәһен тапҡан. Аяныслы хәлдең сәбәптәре хәбәр ителмәй.
Яҡындары әйтеүенсә, мәрхүм бик алсаҡ һәм егәрле кеше булған, Себерҙә эшләп йөрөгән. Әсәһе менән йәшәгән.
«Бик һәйбәт кеше булды, ғаиләһе бар ине, айырылышты. Бер бөртөк ҡыҙы һәм әсәһе өсөн барыһын да эшләргә тырышты. Хәстәрлекле ул ине», — тип хәбәр итә туғандары.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас