"Инйәр", "Урал", "Отдых" кафеларын "БашҡортоСтанция"лар алмаштырасаҡ
Тиҙҙән республиканың юл буйы сервисы объекттары - ашхана-кафелар, ҡунаҡхана-мотелдәр "БашкортоСтанция" бренды аҫтында бер стилгә күсереләсәк. 2021 - 2024 йылдарҙа уларҙың һанын 1000 данаға еткереү күҙаллана (киләһе йылда 100 объект ҡороласаҡ). Тағы ла шул самаға ремонт йәки үҙгәртеп ҡороу талап ителә. "БашҡортоСтанция"ла туҡтап ашап, ял итегеҙ, "шуфирҙәр"!