Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Октябрь 2020, 09:19

Афарин, Илмир!

Баймаҡта 13 йәшлек Илмир Моратов тәбиғәтте сүп-сарҙан таҙарта.

13 йәшлек Илмир Моратовты был эшкә бер кем дә ҡушмаған. Ул үҙ теләге менән яҡындағы Ирәндек тауҙарын сүп-сарҙан таҙарта. Мәҫәлән, Республика көнөндә уҡыусы 11 тоҡ ҡый йыйған тип яҙа "Мксет".
Әсәһе Рәмилә Фәйзрахманова һөйләүенсә, Илмир кескәй сағынан уҡ тирә-яҡ тәбиғәттең бысраныуына битараф булмаған. Бәләкәйҙән олатаһы һәм өләсәһе менән экологик өмәләргә йөрөгә яратҡан. Ә хәҙер малай ғаиләһе менән йәшәгән йорттоң ихатаһын, урам тирәһен даими таҙалап тора.
Быйыл Илмир дуҫтары менән Ирәндек һыртына сәйәхәткә барған. Ундағы сүп-сарҙы күреп, тиҙ генә өйөнә ҡайтып тоҡтар алып килгән. Ҡый бик күп булыуын асыҡлаған үҫмер уҡыуҙан һуң көн һайын тауҙы таҙарта башлай. Уҙған ялдарҙа 30-40 тоҡ сүп-сар йыйылған, үҫмер уны махсус контейнерҙарға айырып һалған. Ата-әсә улының шөғөлөн ҡуш ҡуллап хуплай, малайҙарын тағы ла дәртләндереү өсөн уға ҙур ҡапсыҡтар һатып алып биргәндәр.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас