Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Октябрь 2020, 09:30

Коронавирус туҡтарға уйламай…

Хоккей буйынса КХЛ беренселеге башланғандан алып, ҡайһы бер командалар состав буйынса ауырлыҡтар кисерһә лә, даими уйындарын дауам итте.

Тик ҡайһы берҙәре генә карантинға китеүҙе хуп күрҙе. Хәҙер бына Латвия клубы ла ваҡытлыса уйындарҙан баш тартты. Уныһы ярай ҙа ул, тик шул сирҙән һаҡланып, Түбәнге Новгород етәкселеге үҙендәге осрашыуҙарын көйәрмәнһеҙ уҙғарырға булды. Ә бит хужа командаға стена ла ярҙам итә тиһәләр ҙә, көйәрмәнһеҙ уйнауы, ай-һай ауыр буласаҡ. Уларға ҡарап, башҡалар ҙа тыя башлаһалар, чемпионаттың мәғәнәһе юҡҡа сығыуы көн кеүек асыҡ. Ярай әле ай-вайға ҡарамай, беренселек дауам итә. Әгәр уныһы ла уҙғанындағы һымаҡ туҡтаһа, халыҡ йәнә яратҡан уйынан ҡаласаҡ. Туҡтамаһын инде тип, теләге ҡала...
Фото:ТАСС
Читайте нас