

Американың бер билдәле фитнес белгесе, доктор Майкл Джойнер тигән кеше ике күнегеү тәҡдим итә. Береһе – иҙәнгә ҡул менән таянып кәүҙәне күтәреү (отжимание), икенсеһе – скакалканан һикереү.
Улар ҡартая барған мускул массаһын нығыта. Әлбиттә, физик эш тә һеҙгә ниндәйҙер шәплек бирер. Тик гел генә эшләп булмай, шуға, исмаһам, һикерергә кәрәк.
Отжиманиены шулайтып эшләргә ҡуша үрҙә телгә алған белгес: тура тороғоҙ ҙа, ҡул иҙәнгә тейерлек итеп сүкәйегеҙ һәм һикереп кенә планка (отжимание эшләргә әҙерләнеп, ҡулға таянып) позаһы алығыҙ. Күнегеүҙе эшләп бөткәс, тағы берҙе һикереп, сүкәйеп ултырығыҙ. Шунан тура баҫығыҙ.
Ә скакалканан һикереүҙең бер ауырлығы ла юҡ. Бала саҡта бер юлы йөҙәрҙе һикерә инек әле.
Тик бер “әтнәкеһе” бар: был күнегеүҙәрҙе эшләү өсөн дә табип менән кәңәшләшергә кәрәк, имеш. Берәй төрлө сирегеҙгә насар тәьҫир итмәһен өсөндөр инде. Был бит Америка белгесенең кәңәше, шуға бик һаҡ ҡыланалыр. Беҙҙә иһә бәғзеләр табипҡа ярым үле хәлгә еткәндә генә бара...
Фото: vk.com