Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Октября 2020, 16:13

Хәбәрһеҙ юғалған Александр Светлаковты эҙләйҙәр

Был хаҡта “Лиза Алерт” эҙәрмәндәре хәбәр итә.

Өфө ҡалаһында 60 йәшлек Александр Светлаковты эҙләү башланды. Ир кешенең юғалыуы хаҡында “Лиза Алерт” эҙәрмәндәр отряды хәбәр итә.
Александр 13 октябрҙә үк юғалған. Ошо көндө ул өйөнән сыҡҡан һәм башҡа әйләнеп ҡайтмаған. Шунан бирле уның яҡындары Александрҙың ҡайҙалығы хаҡында бер нәмә лә белмәй.
Александрҙың тышҡы ҡиәфәте: буйы 176 см, ябыҡ кәүҙәле, сәсе ҡыҫҡа һәм сал төшкән, күҙҙәре һоро.
Юғалған көндө уның өҫтөндә капюшонлы ҡара-күк куртка, күк джинсы салбар, һоро һыҙатлы кофта һәм ҡара кроссовкалар булған.
Әгәр ҙә Александрҙың ҡайҙалығын белеүселәр булһа, 112 йәки 8-800-700-54-52 һандарын йыйы хәбәр итеүҙе үтенәләр.
Фото: Лиза Алерт
Читайте нас