Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Октябрь 2020, 15:05

Яңы «баш», яңыса һеперер…

Бөгөн «Өфө» командаһы яңы баш тренер етәкселегендә Рәсәй Премьер-лига беренселегенең беренсе осрашыуын Мәскәүҙә «Локомотив» клубы менән уҙғара.

Белеүегеҙсә, Вадим Евсеев команда етәкселеге менән уртаҡ фекергә килеп, отставкаға китеүен һораны. Уның урынына Рашид Рәхимов тәғәйенләнде. 55 йәшлек белгес быға тиклем эшһеҙ ята ине. Уҙған миҙгел ул «Әхмәт» командаһын етәкләгәйне. Тренерлыҡ карьераһын Австрияла башлай. Шулай уҡ заманында «Амкар», «Терек» һәм «Локомотив» клубтарында ла эшләй.
Беҙҙең футболсылар әлегә алты мәрәй менән 15-се булһа, «Локомотив» иһә, 18 мәрәй яулап, бишенсе.
Фото:ТАСС
Читайте нас