36 йәшлек һөжүмсе быға тиклем эшһеҙ ята ине. Уны күптәр футболдан китер инде тип уйлаһа, юҡ, ул ҡабаттан «Урал» клубына килеп, улар менән миҙгел аҙағына тиклем килешеү төҙөгән. Билдәле уйынсы заманында төп команда өсөн 33 осрашыу уҙғарып, һигеҙ гол индерә. Шулай уҡ төрлө йылдарҙа «Спартак», «Зенит», «Динамо», «Балтика», «Тосно», «Шинник», «Химки», «Томь» һәм дә Германия менән Англия чемпионаттарында ла үҙен һынай. Һуңғы йылда ошо юғарылағы «Урал» клубы составында сығыш яһап, улар өсөн 33 осрашыуҙа һигеҙ гол индерә.