2018 йылдың майында әлеге "полицейскийҙар", үҙҙәре фаразлауынса, наркотик матдәләр һатыу менән шөғөлләнгән кешеләрҙе тотҡан. Хоҡуҡ һаҡсылары уларға, әгәр ҙур күләмдә аҡса бирмәһәгеҙ, наркотик һатыуҙа ғәйепләйәсәкбеҙ, тип белдергән. Тотҡарланған дүрт кеше теге әҙәмдәргә 560 мең һум биргән. Бының өсөн уларҙың береһенә машинаһын ломбардҡа һалырға торорға тура килгән.