Мәҙинә Яҡупова бер нисә көн элек "Бәйләнештә" бына нимәләр яҙғайны:
"Боронғо сулпылар, ҡаптырма әйбҽрҙәр һандыҡ төптәрҽнән әлҽнән-әлҽ табылып тора.
Һуңғы тҽлҽфон шылтыратыуында ла һандыҡ төбөндә боронғо ҡаптырма һыңары һаҡланыуы тураһында хәбәр иттҽләр.
"Һҽҙ ҡыҙыҡһынаһығыҙ, тарих яҙаһығыҙ. Бҽҙҙә лә бҽр әйбҽр бар. Әгәр тҽләһәгҽҙ, күрһәтәм", - тинҽ танышым.
Бҽҙгә һәр башҡорттоң боронғо тәңкәһҽ һәм сулпыһы ҡәҙҽрлҽ.
Боронғо биҙәүҽстәрҙҽ иҫәпкә алыу шөғөлө мҽнән күптән булышам. Һәр әйбҽрҙҽң үҙ тарихы, яҙмышы бар. Музҽй, клуб һәм башҡа төрлө бҽр ойошма ла был эштҽ башҡармай...
Был юлы ла ҡулымда бәләкәс кҽнә ҡабырсаҡ ҡаптырма. Бик матур, аҫыл һәм ҡәҙҽрлҽ әйбҽр. Ул да нурҙар һирпҽп, үҙ йылыһын бөркән кҽүҽк күрҽндҽ. Яҙыуы ла бар. Әле ул уҡыла..."
Һәм бөгөн тағы ла яңы хәбәр:
"Боронғо ҡомартҡы ҡаптырма һыңарындағы яҙманы ла уҡырға насип булды.
Биҙәүҽстә "Mатурлыҡ ханбикәһҽ" тип яҙылған.
Зиянбҽрдин (һүҙ Иршат Ейәнбирҙин тураһында. -А. И.) биҙәүҽстәрҙә һаҡланған боронғо яҙмалар мҽнән шөғөлләнгән ғалим.
Үҙҽнҽң "Виртуальная библиотҽка" төркөмөндә бик ҽнтҽкләп боронғо яҙмаларға аңлатма бирә.
Әлхәмдулла, башҡорт халҡының бай тарихын мәңгеләштҽргән һәм ғилми күҙлҽктән төплө тикшҽрҽү эштәрҽ алып барған үҙ ғалимдарыбыҙ бар. Зиянбҽрдин хҽҙмәтҽ юғары маҡтауға лайыҡ!!!"
Фото: М. Яҡупованың "Бәйләнештә"ге шәхси сәхифәһенән.