Төркиә Президенты Рәжәп Тайып Эрдоган да Путинға шылтыратып, шул бәрелеш тураһында һөйләштеләр. Әле унда атыш 10 октябрҙән туҡталып тора. Мәскәүҙәге килешеүҙәр буйынса,йәнәһе, гуманитар маҡсатта. Ул арала ике яҡта, йәғни Әрмәнстан менән Әзербайжанда тағы ла әҙерлек баралыр, моғайын.
Владимир Путин Эрдоган менән һөйләшеүҙә Ҡарабахта Яҡын Көнсығыш боевиктары һуғышыуына борсолоуын белдерҙе. Төркиә, ОБСЕ-ның Минскиҙағы төркөмө ағзаһы булараҡ, был конфликтты туҡтатыуға ҙур өлөш индерер, тип өмөтләнәбеҙ, тине ил башлығы.
Әллә, ул яҡтан тәүҙә үк Әзербайжанды яҡлаясаҡбыҙ, тигән ап-асыҡ белдереү булды бит инде.
Бына башҡа бәлә! Һуғыш сығарҙылар ҙа, хәҙер Рәсәй Президентына шылтыратып йонсоталар. Ярҙам һорай һәр береһе. Туҡтатығыҙ, ти. Үҙҙәре туҡтарға уйлап ҡараймы икән?