

Грантҡа проекттарҙың темалары:
1) Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәтен һәм сәнғәтен Рәсәй Федерацияһында һәм сит илдәрҙә пропагандалау һәм таратыу;
2) Башҡортостандан ситтә республиканың дәүләт телдәрен һәм БР халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән яңы мәҙәни, белем биреү һәм фәнни проекттар булдырыу;
3) БР халыҡтары телдәрен, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу һәм өйрәнеү методикаларын өйрәнеү һәм булдырыу;
4) Республиканан ситтә башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлау, ситтәге башҡорт диаспоралары эшмәкәрлегенә, үҙҙәре булыу ҡалыуға ярҙам итеү;
5) Туған телдәрҙе өйрәнеү һәм уҡытыуҙа халыҡ-ара, мәҙәни һәм фәнни бәйләнештәрҙе киңәйтеү, мәғлүмәт һәм тәжрибә менән уртаҡлашыу;
6)Рреспубликаның дәүләт телдәрен һәм БР халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, төбәкте үҫтереүгә күп көс һалған шәхестәрҙең хәтерен мәңгеләштереү.
Шарттар менән grant.openrepublic.ru сайтының «Документы» бүлегендә тулыраҡ танышығыҙ.
Конкурс проекттарына дөйөм алғанда 50 млн һум аҡса бүленәсәк.
Фото: Т.Аманов