Археологтар фараз итеүенсә, ҡәберлек тимер быуаттан ҡалған, йәше 2500 йылдан ашып китә.
Рауил Мортазин ун йылдан ашыу көтөүсе булып эшләй, ҡурған табылған урында ул йыш ҡына йоҡлап йөрөр булған. Этем менән төндәрен дә йоҡланым, был ер алдан уҡ сәйер тойолғайны, ти көтөүсе.
«Ниңәлер тап ошо урынға төлкөләр килә ине. Өс аҡ төлкө эйәләшеп алғайны, һәр ваҡыт тамағым менән дә бүлештем», – тип уртаҡлаша Рауил Мортазин.
Археологтар ҡурғанды ҡаҙған, һөҙөмтәлә һанһыҙ биҙәүестәр, ҡоралдар һәм һигеҙ кеше һөйәге табылған, уларҙың өсәүһе балалар. Шуныһы ҡыҙыҡлы, улар үҙенсәлекле итеп ерләнгән. Иң бай хазиналы ҡәберлек, ҡатын менән үҫмер, үтә тәрәндә йәшерелгән. Уларҙың өҫтөндә ике ирҙең һөлдәһе, ниңәлер һөйәктәре буталып ерләнгән. Тағы ла өҫтәрәк бер ҡатын, ҡәберҙең нигеҙендә аттың башы табылған. Өс сабыйҙың кәүҙәләре бөтөнләй ер өҫтөндә тиерлек урынлашҡан.
Ғалимдар был ҡурғандың элек табылғандарынан ныҡ айырылыуын билдәләй, уларға ошоно асыҡларға тура киләсәк. Ер ҡоро булғас, һөйәктәр яҡшы һаҡланған, шулай уҡ кешеләр менән бергә алебастр шары, ҡабырсаҡтан эшләнгән сәйлән, ике муйынсаҡ, балдаҡтар, мәрйендәр күмелгән. Улар республика биләмәһендә һирәк осраған таштарҙан яһалған, күрәһең, сармат алтындары. Сарматтар биҙәүестәрҙе күскенселәрҙән нимәгәлер алмаштырып йә талап алған тип тә фараз итә ғалимдар. 2500 йыл элек был кешеләр ҡайҙан бында килгән, ни менән туҡланған, шөғөлләнгән, нисә йәштә вафат булған – быларҙың барыһын да антропологтар өйрәнәсәк.
Ҡурғандарҙың аныҡ биләмәһен юғарынан ҡарап асыҡлағандар. Әйткәндәй, бындай урындар закон ярҙамында һаҡлана, уларҙы емергән өсөн ҙур күләмдә штраф, хатта төрмә янай. Әлеге ваҡытта барлыҡ хазина ғалимдар ҡулында, улар тарих биттәрен яңы асыштар менән байытырға йыйына.