Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Октябрь 2020, 16:00

Батырҙың һүрәте Баймаҡты биҙәй

Минең тыуған ҡырҙарым,Балдай татлы һыуҙарым,Яландарым, урманым,Күккә ашҡан Уралым,— Минең изге төйәгем,Һеҙҙе һөйә йөрәгем.Баймаҡ ҡалаһының Салауат Юлаев проспектындағы 27-се йорттоң стенаһында мурал һүрәте барлыҡҡа килде. Рәссам Фәнис Ҡормашев һәм альпинист Альберт Сәйетҡолов бер ай эшләп, тауҙар һынында халҡыбыҙҙың милли геройын һынландырҙы. Унда шулай уҡ батырҙың «Тыуған илем» шиғырының тәүге юлдары бар. ⏬

Әйткәндәй, был һүрәт өсөнсө -быйыл ҡаланың башҡа йорттарында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры Миңлеғәле Шайморатов һәм Баймаҡ районы ҡаһарманы, Дан орденының тулы кавалеры Әҙеһәм Әлибаевтың һүрәттәре урын алды.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас