Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Октябрь 2020, 17:48

31 декабрҙә ял итәсәкбеҙ

Был хаҡта ҡараға Рәсәй хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.

Быйылғы йылда 31 декабрҙә рәсәйлеләр ял итәсәк. Был хаҡта ҡарарға ил хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустиндың ҡул ҡуйыуы билдәле булды. Документҡа яраҡлы, киләһе йылда 2 һәм 3 ғинуар ял көндәренә тура килә. Улар былай ҙа байрам көндәре булғанлыҡтан, ялды 31 декабргә күсерергә булғандар.
Шулай итеп, быйылғы йылда 5 ноябрҙә һәм 31 декабрҙә өҫтәлмә ял көндәре ҡалды. Әйткәндәй, киләһе йылда 20 февраль эш көнө буласаҡ, әммә 22 февралде ял итмәкселәр. Был рәсәйлеләргә 21-нән 23-нә тиклем ял итергә мөмкинлек бирәсәк.
Фото: pixabay.com
Читайте нас