Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Октябрь 2020, 03:29

«Сәхнәгә арналған ғүмер»

Халҡыбыҙҙың йыр-моң тарихына төшөп китһәң, ундағы хазинаның бихисап икәненә һәм иҫ киткес бай булыуына инанаһың. Быуындан быуынға тапшырыла килгән изге рухи ҡомартҡы ул йыр-моңобоҙ. Ошо байлыҡты һаҡлау, килер быуынға еткереү өсөн элек-электән ҙур эш алып барылған. Шуға ла, йыр сәнғәтенең һоҡланғыс мәктәбе бар, тип әйтә алабыҙ. Һүҙ профессиональ йырсылар тураһында ғына бармай, әлбиттә. Халыҡ араһынан сыҡҡан таланттарҙың яуаплы, һаҡсыл мөнәсәбәте һоҡландыра. “Сәхнәгә арналған ғүмер” тапшырыуында беҙ ана шундай һәүәҫкәрҙәр тураһында ла һөйләйбеҙ.

Йыр-моңдо һаҡлау, уны пропагандалау айырым бер кешенең генә түгел, ә тотош ғаилә хәстәре икәнен дә күрәбеҙ. Моңға ғашиҡ кешеләр – атай-әсәй, ҡартәсәй-ҡартатай йәш быуынға ошо һөйөүҙе бирә ала. Тап ошондай мәктәп әле лә йәшәп килә. “Ауаз” фольклор төркөмөнөң һандуғас тауышлы йырсыһы Резида Шәрәфетдинова тураһында беҙ шулай тип кенә әйтә алабыҙ. Моңло тауышлы Мәүғизә өлә­сәһенең даны алыҫтарға таралған. Табындарҙа ире Солтанғәлиҙән рөхсәт һорап (борон шулай булған) Мәүғизәне йырлатыр булғандар. Әсәһе Рәүиҙә Гәрәй ҙә хисле шиғырҙар яҙа. Бөгөн иһә Резида әсәһенең һүҙҙәренә яҙылған йыр­ҙар менән тамашасыһын ҡыуан­дыра. Бындай талантлы ғаилә­ләргә халҡыбыҙ бай, шөкөр. Резида Шә­рәфетдинова – “Сәхнәгә арналған ғүмер” тапшырыуының сираттағы ҡунағы.
Театр сәнғәтенә килгәндә, үткән айҙа беҙ Башҡортостандың атҡа­ҙанған артисы Зилә Сәйетова менән ос­раштыҡ. М. Кәрим исемендәге дәүләт йәштәр театрын респуб­ликабыҙҙың үҙаллылыҡ емеше, тип атай алабыҙ. Бына өс тиҫтә йыл инде ул тамашасыһын төрлө жанр­ҙағы спектаклдәре менән ҡыуан­дырып тора. Ҡасандыр сәхнәгә ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына баҫҡан йәштәр бөгөн – тәжрибәле артистар, төп йөктө тартыусылар. Араларында “халыҡ артисы”, "атҡаҙанған артист" тигән маҡтаулы исемлеләре лә байтаҡ. Сихри сәхнә үҙенә тарта, талантлы актерҙы үҙенән ебәреп бармай. Тиҫтә йылдар сәхнәгә тоғролоҡ һаҡлаған артистарыбыҙға рәхмәт һүҙҙәрен генә еткерәбеҙ. Зилә Сәйетова – театрға тоғролоҡ һаҡлаған маһирҙарыбыҙҙың бе­реһе. Актриса үҙе лә: “Ғүмерҙе өр-яңынан башларға тура килһә, тап ошо театрға килер инем. Бер нәмәне лә үҙгәртмәҫ инем”, – тине. Бына шундай һөнәр оҫталары, сәнғәт белгестәре, мәҙәниәтебеҙ­ҙе, рухи донъябыҙҙы күтәреүселәр менән беҙ артабан да “Сәхнәгә арналған ғүмер” тапшырыуында таныштырыуҙы дауам итербеҙ.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас