Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Октябрь 2020, 13:03

Был иғлан геройҙар һәм оло йөрәклеләр өсөн!

#Йәшлек
17 октябрҙә Өфөлә онкология сирҙәренән яфаланған балаларға ярҙам йөҙөнән ҡан тапшырыу акцияһы үтә.
Сараны Республика ҡан тапшырыу станцияһы һәм "Юғалтыуҙар юҡ" ауыр сирле балаларға ярҙам итеү фонды ойоштора.
Акцияла теләгән һәр кем ҡан тапшырып, кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарыуға үҙ өлөшөн индерергә мөмкин. Шулай уҡ донорҙар түләнгән аҡсаны онко-гематология бүлегенең кескәй пациенттарына финанс ярҙамы иҫәбенә күсерә ала. Станция иртәнге сәғәт 8-ҙән 1-гә тиклем Өфө ҡалаһы, Батыр урамы, 41/1 адресы буйынса эшләй.

Фото: Т. Аманов.
Читайте нас