Улар башта Төркиә футболсылары менән 1:1 иҫәбенә уйнап, һуңынан Венгрия уйынсылары менән дә иҫәп аса алмай, 0:0 иҫәбенә таралышты. Ошо уңайҙы венгерҙар оҫта файҙаланып, хәҙер Черчесовтың тәрбиәләнеүселәренән бер генә мәрәйгә ҡалыша. Ә бит беҙҙекеләр алда буласаҡ ике осрашыуын да ситтә үткәрәсәк. Ә бына Венгрия командаһы үҙендә Сербия менән Төркиәгә һынау тотасаҡ. Икенсенән, улар икеһен дә ҡунаҡта еңеп ҡайта. Нисек кенә булмаһын, Рәсәй футболсыларына төркөмдә беренсе урын алыр өсөн 15 ноябрҙә төрөктәрҙе һәм 18-ндә Сербия уйынсыларын оторға кәрәк. Ә уның өсөн состав ниндәйҙер үҙгәреш кисерергә тейеш.
Ә инде әлегә дүрт турҙан һуң, Рәсәй командаһы иҫәбендә һигеҙ мәрәй булһа, Венгрия – ете, Төркиә – өс һәм Сербия футболсылары ике мәрәй менән һуңғы урынды биләй.