Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Октябрь 2020, 20:29

Баш ҡалала йәшәүсе ун бер йәшлек Арина Бардуковаға инвалид коляскаһы кәрәк

Бының өсөн 245 мең һум аҡса талап ителә.

Ай эсендә был сумманың өстән бер өлөшө йыйылған.
Церебраль фалиждан интеккән бала фатир эсендә ата-сәһе ярҙамында ғына хәрәкәт итә. Арина 900 грам ғына ауырлыҡта, оҙонлоғо 32 см булып тыуған. Уға диагноз йәш ярымлыҡ сағында ҡуйыла. Табиптар ата-әсәгә сабыйҙы балалар йортона тапшырырға кәңәш итә. Тик ғаилә көтөп алған ҡыҙҙарынан баш тартмаҫҡа көс таба. Шулай ҙа өмөт бар. Табиптар әйтеүенсә, операция, таз-янбаш һөйәгенә тимер ҡоролмалар беркетеп Аринаны аяҡҡа баҫтырырға мөмкин.
Аҡса бер Арина өсөн генә йыйылмай. Стәрлетамаҡтан 16 йәшлек Роман Галактионов да инвалид коляскаһына мохтаж. Ике коляканың хаҡы – 245 мең һум.
Фото: Башньюс.
Читайте нас