Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Октябрь 2020, 20:44

Хәйбуллала биш ауылда амбулатория асыла

Хәйбулла районында быйыл биш яңы фельдшер-акушер пункты асыласаҡ.

13 октябрҙә 1176 кеше йәшәгән Татыр-Үҙәк ауылында яңы ФАП файҙаланыуға тапшырылған. Сентябрҙә Оло Әбеш ауылында фельдшер-акушер пункты эшләй башланы. Шулай уҡ Степной ауылында амбулатория әҙер. Йыл аҙағына тиклем Әбүбәкир менән Атингән ауылдарында модулле объекттар төҙөлөшөнөң тамамланыуы көтөлә.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, яңы фельдшер-акушер пункттары төҙөү өсөн федераль бюджеттан республикаға 269 млн һум аҡса бүленгән, шул аҡсаға 60 модуль һатып алынған. Республика бюджетынан 15 ФАП төҙөү өсөн 51 млн һум аҡса бүленгән.
Фото:Башинформ.
Читайте нас