Илдең баш ҡалаһында башҡорт ҡыҙҙары араһында ойошторолған сираттағы гүзәллек бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. Быйыл унда 10 һылыуҡай ҡатнашты. Конкурста улар жюри һорауҙарына яуап бирҙе, ижади һәләттәрен күрһәтте. Тамашасылар өсөн Башҡортостан эстрадаһы йондоҙҙары Зилиә Бәхтиева, Илнур Рамаҙанов һәм ТНТ "Танцы" проекты аша билдәлелек яулап өлгөргән Нәркәс Юлдашева сығыш яһаны.