Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Октябрь 2020, 12:25

Һылыуҡай тажы – Күгәрсен ҡыҙында!

Санкт-Петербургта башҡорт һылыуҡайын һайлауҙары тураһында хәбәр иткәйнек инде. Питерҙан беҙгә был матур сара тураһында ентекләберәк яҙып ебәрҙеләр.

Алыҫта йәшәп тә Санкт-Петербург һылыуҙары башҡорт тамырҙары, мәҙәниәте менән бәйләнешен нығытып, ҡатын-ҡыҙ булмышын, бар матурлығын асыуға бағышланған сарала ҡатнашты.

9 октябрҙә «Атлант» йәштәр йортонда “Санкт-Петербург һылыуҡайы-2020” бәйгеһенең финалы үтте.

Бер нисә сәғәт эсендә тамашасылар (күбеһе хатта башҡорт милләтенән түгел) бай башҡорт мәҙәниәте, мауыҡтырғыс тарихына, легенда, әкиәттәренә сәйәхәт ҡыла алды.

Тамаша башҡорт һәм рус телдәрендә алып барылды.

Был бәйге 18 йәштән алып 28 йәшкә тиклемге башҡорт ҡыҙҙарҙын берләштерҙе. Уларға тик башҡорт телендә һөйләшеү талабы ҡуйылғайны.

Финал тантанаһының төп лейтмотивы – "Урал батыр" һәм башҡа башҡорт эпостарындағы аҡҡош-ҡыҙ образы – Һомай булды. Ошо ҡошто беҙ сафлыҡ, матурлыҡ һәм көс билдәһе итеп алдыҡ. Тап ошо легенда менән башланып китте лә инде финал – һәр ҡыҙ аҡҡош ҡиәфәтендә бер матур бейеү менән тамашасы алдына баҫты.

Артабан дефиле (Гөлназ Сәлтәшева, хореограф), үҙҙәре менән таныштырыу-визитка, башҡорт бейеүе ("Кәкүк сәйе" исемле бейеүҙе хореограф Александра Соловьева ҡуйҙы) конкурстары булды.

Тамашасылар “Петербургский WEEKEND” шоу-балеты, Зилиә Бәхтиева, Нәркәс Юлдашева, Илнур Рамазанов сығышын ҡарап кинәнде.

Әҙерлек барышында төшөрөлгән видеокөндәлектәрҙе лә ҡарап өлгөрҙөләр – шулай итеп һәр кем бәйге менән тағы ла төплөрәк танышты.

Әйтеп китергә кәрәк, был сараны тулыһынса йәштәр ойошторҙо. Улар араһынан Нәзифә Иҫәнбаева (эшләй), Карина Туҡаева (студент), Айгөл Байназарова (Өфөлә эшләй), Кристина Ильясова (эшләй), Илмира Мәҡсүтова (студент), Регина Ғәнсуриналарҙы (студент) атамай булмай.

Ә инде матур байрамды Санкт-Петербург башҡорттары ҡоролтайы һәм “Калининский” йәштәр-үҫмерҙәр үҙәге берлектә үткәрҙе.

Саҡырылған ҡунаҡтар һәм жюри ағзалары араһында йәш йырсы Илнур Рамазанов (Юлдаш радиоһының махсус бүләген тапшырҙы), Рәсәй Президенты янындағы Башкортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллегенән Элина Лопаткина, БР Халыҡ ижады үҙәгенән Артур Әлибәков булды.

Шулай итеп, һөҙөмтәләр:

Беренсе урын – Элина Ибраһимова (Баймаҡ районы, Санкт-Петербург)

Икенсе урын – Айгизә Халиҡова (Баймаҡ районы)

Өсөнсө урын – Альбина Әхмәтова (Баймаҡ районы)

Гран-При – Диана Байназарова (Политехник университет, Күгәрсен районы). Уға ҡиммәтле бүләктәр һәм беренсе тапҡыр бәйгенең еңеүсеһе булараҡ, күсмә таж тапшырылды. Ул Өфөлә Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҡайы конкурсында ҡатнашасаҡ.

Номинациялар еңеүселәре:

Моңло һылыу”, Юлдаш радиоһының махсус бүләге – Айсара Искәндәрова

Һөйкөмлө һылыу” - Элина Ибрагимова

Рухлы һылыу” - Айгизә Халиҡова

Нәзәкәтле һылыу” - Альбина Әхмәтова

Тамашасы һөйөүе” - Илсиә Кузнецова

Һомғол һылыу” - Диана Байназарова

Оҫта бейеүсе” - Эльмира Ибрагимова

Сая һылыу” - Лена Насирова

Һомай һылыу” - Альбина Рәхимова

Автор: Кристина Ильясова.

Фото: Айрат Камалетдинов, Сергей Симпирович".

Читайте нас